Журналистар республика етәксеһенә төрлө көнүҙәк темаларға ҡағылышлы һорауҙар бирҙе. Шуларҙың береһе туған телдәрҙе өйрәнеүгә ҡағылышлы булды.
“Әсәйем рус теле уҡытыусыһы булһа ла, мин биш йәшемә тиклем русса һөйләшмәнем”, тине Радий Фәрит улы.
Һәм ул республикала ни өсөн полилингваль мәктәптәр асылыуы тураһында һөйләне. Был гимназияларҙа предметтарҙы башҡорт һәм рус теле, татар, мари телдәрендә өйрәнәләр.һеҙҙең иғтибарға интервьюнан бер өҙөк.