Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2021, 17:58

БАЛАЛАРҒА БҮЛӘКТӘР ТАПШЫРЫЛДЫ

Бөгөн район мәҙәниәт һарайында талантлы балаларға Яңы йыл бүләктәре тапшырҙылар.

БАЛАЛАРҒА БҮЛӘКТӘР ТАПШЫРЫЛДЫ
БАЛАЛАРҒА БҮЛӘКТӘР ТАПШЫРЫЛДЫ

 

Йыл аҙағында эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһау, үҙ эштәрендә алдынғыларҙы билдәләү традицияға әйләнгән. Бигерәк тә Яңы йыл байрамы алдынан балалар мөғжизә көтә. Бына бөгөн уларҙың өсөн һөйөнөслө көн булды.

Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән уҡыусыларға Яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы.


Шулай уҡ уҡыуҙа ғына түгел, спортта, йәмәғәт эштәрендә, ижадта ҡаҙаныштары булған уҡыусылар район хакимиәте исеменән бүләктәр һәм Гранттар алды. Арыҫлан Нәзир улы уларҙы ҡотланы һәм йылы теләктәрен еткерҙе. Һәләтле балаларҙың ата-әсәләре, үҙ сиратында, бындай иғтибар һәм ҡотлауҙар өсөн рәхмәттәрен белдерҙе.


Быйыл ойошторолған «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашып, Ҡыш Бабайға хат яҙған бер уҡыусы ҡыҙҙың хыялы тормошҡа ашты. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов уға Ҡыш бабайҙан һораған бүләкте тапшырҙы.

Әлбиттә, уҡыусыларҙың шатлығының сиге булманы. Бүләктәр алғандан һуң, барыһы ла рәхәтләнеп «Царевна лягушка» Яңы йыл тамашаһын ҡараны.

https://aurgazy.bashkortostan.ru сайты мәғлүмәттәре буйынса.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: