Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2021, 00:15

Радий Хәбиров Башҡортостанда «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһына старт бирҙе

21 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһына старт бирҙе.

Радий Хәбиров Башҡортостанда «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһына старт бирҙе
Радий Хәбиров Башҡортостанда «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһына старт бирҙе

Асылмаларға яҙылған теләктәр менән яңы йыл  шыршыһы «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә ҡуйылған. «Теләктәр шыршыһы» хәйриә проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса 2019 йылда башланды. Уның асылы шунда: илдең һәр кешеһе Елкажеланий.рф порталында теркәлә һәм акцияла ҡатнашыусыларға - етем балаларға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге сабыйҙарға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм ауыр сирле кешеләргә Яңы йыл бүләге яһай ала.

Башҡортостанда проектҡа 531 кеше, шул иҫәптән республика Хөкүмәте ағзалары, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, артистар ҡушылды. Төбәк етәксеһе Яңы йыл ағасынан акцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәре яҙылған дүрт шыршы шарын алды. Мәҫәлән, Шишмә районынан 11 йәшлек Евгений Буданов - велосипед, Өфөнән 8 йәшлек Нияз Ҡәйүмов - квадрокоптер, ә 15 йәшлек Өфө егете Данил поезд машинисы ролендә булып ҡарау тураһында хыяллана. Тағы ла бер теләк - Ейәнсура районынан 11 йәшлек Элина Ямағолованан. Ул Өфө ипподромында һыбай йөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе хаҡында хыяллана.

- «Теләктәр шыршыһы»нда шарҙар күп, беҙ уларҙағы хыялдарҙы мотлаҡ үтәрбеҙ. Был ауырлыҡтар кисергәндәрҙең барыһына ла ярҙам итеүгә беҙҙең өлөш буласаҡ. Яңы йыл алдынан уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ. Ә балаларҙың хыялдары ҙур түгел. Поездың идара итеү пульты артында йөрөү теләге ғәжәпләндерҙе. Бындай мөмкинлекте ойоштороу ҡасан уңайлы буласағын ҡарарбыҙ. Бәлки, «Орлан»да бергә йөрөрбөҙ, - тине Радий Хәбиров. - Был, ысынлап та, һәйбәт акция. Ул айырым ярҙамға мохтаж балаларға беҙҙең изгелекте һәм күңел йылыһын тапшырырға ярҙам итә. Йыл һайын проектта ҡатнашыусыларҙың һаны арта барыуы ҡыуандыра. «Теләктәр шыршыһы»нан тыш, республикала инвалид балалар, етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар өсөн «Ижади шыршы» акцияһы уҙғарыла. Уны ойоштороусылар булып «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сығыш яһай.

***

Теләгәндәр теләктәрен махсус йәшниктәрҙә ҡалдыра ала. Уларҙы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Ленин урамы яғынан һәм Достоевский урамы, 73-сө һанлы йорт адресы буйынса  «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә ҡуйҙылар. Балаларҙың теләктәрен йыйыу 29 декабргә тиклем дауам итә.

***

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе музейында ла булды. Уны асыу тантанаһы партияның 20 йыллығына бағышланды. Бында электрон, баҫма һәм фотодокументтар тупланған. Стендтарҙа «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеген сағылдырған мәғлүмәт тәҡдим ителгән. Рәсәй Президентын, Башҡортостан Башлығын һәм республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарын һайлау буйынса материалдар бар. Шулай уҡ музей «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» төбәк бүлексәһе ирекмәндәренең эше тураһында һөйләй.

Мәғлүмәт glavarb.ru сайты материалы буйынса әҙерләнде.

Фото шул уҡ сығанаҡтан.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: