Коронавирусҡа бәйле хәл буйынса ойошторолған брифингта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин пандемия башланғандан алып 5 миллион 118 меңдән ашыу тест эшләнелеүе тураһында хәбәр итте.
Бер тәүлектә ПЦР-диагностика алымы менән 11,5 меңдән ашыу тест үткәрелгән.
Һуңғы мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны 118 мең 267 осраҡта раҫланған. Әле республика дауаханаларында 262 кеше дауалана, шуларҙың 94-е ауыр хәлдә, 6-һы - үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Бер тәүлектә 484 кешелә ошо диагноз раҫланған. Барлығы 107 296 кеше һауыҡҡан. Тәүлек эсендә 21 пациент ковидтан вафат булған.
Республикала вакцинациялау әүҙем дауам итә. 2 142 049 кеше вакцинаның беренсе компонентын алған, ә 1 968 444 кеше вакцинацияны тулыһынса эшләткән.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәсми сайты мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде.