Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2021, 21:06

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына яңы етәксе һайланды

Өфөлә үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ултырышында яңы етәксе һайланды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына яңы етәксе һайланды
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына яңы етәксе һайланды

Ғәлим Яҡупов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, вәкәләттәрен һалыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итте.

Ғәмәлдәге уставҡа ярашлы, башҡарма комитет рәйесте үҙ ағзалары араһынан һайланы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы тәҡдиме буйынса башҡарма комитет ағзалары Юлдаш Йосоповтың кандидатураһын хупланы.

Юлдаш Мөхәмәт улы — билдәле тарихсы, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты.

Ғәлим Яҡупов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы булып ҡала, эшҡыуарлыҡ буйынса комиссия эше өсөн яуап бирәсәк.  Ул оҙаҡ йылдар төрлө телеканалдарҙа етәксе вазифаларында эшләгән,  «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы етәксеһе булған профессиональ журналист.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе вәкәләттәрен туҡтатыу тураһында ҡарары  иҡтисадтың реаль секторындағы предприятиеға етәксе вазифаһына күсеүгә бәйле.

  • Үкенескә күрә, ике эште бергә алып бара алмайым. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында эшләгән йылдарҙа район, төбәк ҡоролтайҙары һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә Башҡорт теле йылы, Башҡорт тарихы йылы кеүек проекттарҙы тормошҡа ашырҙыҡ. Беренсе тапҡыр Милли матбуғат форумы уҙҙы, ул журналистика өлкәһендә милли кадрҙар әҙерләү этабын башлап ебәрер тип ышанам. Республиканың тыуған яҡты өйрәнеүселәрен, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү яҙмышына битараф булмаған ата-әсәләрҙе берләштереүгә ирештек. Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһында билдәләнгән бик күп бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ағзаһы булып ҡалам, артабан да йәмәғәт тормошонда ҡатнашырмын. Ойошманың яңы һайланған рәйесе башланғысты дауам итеп кенә ҡалмаҫ, ә яңы проекттарҙы ла хуплар тип ышанам. Уға эшендә уңыштар, бөтмәҫ дәрт теләйем, — тине Ғәлим Яҡупов.

— Минең өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе вазифаһы — оло мәртәбә һәм яуаплылыҡ. Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт. 2020 йылда ҡабул ителгән Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһын ғәмәлгә ашырырға кәрәк, — тине яңы етәксе Юлдаш Йосопов.

“Башинформ” мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде.

Фото: https://kurultai.ru/ru/ сайтынан.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: