Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2021, 13:36

Башҡортостан Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ШОС) илдәренең транспорт-логистика потенциалын үҫтереүсе төбәккә әйләнә

Башҡортостан Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ШОС) илдәренең транспорт-логистика мөмкинлеген үҫтереүсе үҙәк төбәктәрҙең береһе буласаҡ. Был турала Өфөлә барған «Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы»нда ШХО-ның Эшлекле советы башҡарма сәркәтибе Сергей Канавский белдерҙе.

Башҡортостан Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ШОС) илдәренең транспорт-логистика потенциалын үҫтереүсе төбәккә әйләнә
Башҡортостан Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ШОС) илдәренең транспорт-логистика потенциалын үҫтереүсе төбәккә әйләнә

 «Транспорт, логистиканы үҫтереү буйынса Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы сиктәрендә бер нисә яңы программа бар. ШХО илдәре донъялағы эске тулайым продукттың өс өлөшө тиерлек икәнен әйтмәйем. Тәбиғи, бында төп позитив сфера һәм иҡтисадты үҫтереү йүнәлештәренең береһе булып транспорт-логистика мөмкинлеген үҫтереү тора, — ти ул. — Ошоға бәйле, Башҡортостан транспорт-логистика потенциалын үҫтереү буйынса үҙәк төбәктәрҙең береһе буласаҡ. Республиканы, үҙенә ылыҡтырыусы төбәк булараҡ, уны артабан үҫтереү мотлаҡ».

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы асыҡлауынса,  республика 2015 йылда үткән ШХО һәм БРИКС саммиттары үткәрелгәндән һуң шундай төбәктәр иҫәбенә ингән.

«Башҡортостан иғтибарҙы йәлеп итә, — тип иҫәпләй Сергей Канавский. — Республика транспорт һәм логистика юлдары үҙәгендә генә түгел, Башҡортостан — үҙен әүҙем, позитив, эшләй белгән төбәк итеп күрһәтә.Был мөһим, бизнес республикаға килгәндә, бында иғтибар, хәүефһеҙлек, дәүләт структуралары яғынан ярҙам менән тәьмин ителә. Башҡортостанға иғтибар йәлеп итеү буш урында барлыҡҡа килмәгән. Бындп күп эш башҡарылған. Республика артабан да барлыҡ йүнәлештәрҙе лә үҫтерер, тағы ла нығыраҡ йәлеп итерлек төбәккә әйләнер, тип ышанам. Башҡортостан биләмәһендә халыҡ-ара, күп яҡлы бәйләнештәр эшләргә мөмкин икәнде аңларға кәрәк».

Өфөлә 15 декабрҙән 18-енә  тиклем «Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы — 2021. Киләсәккә инвестиции» форумы бара. Эшлекле программа ШОС һәм БРИКС илдәренең иҡтисады, экспорты, инвестиция һорауҙарына, медиа һәм бәләкәй-урта эшҡыуарлығына бағышлана.

 

«Башинформ» хәбәрҙәре буйынса.

Фото шул уҡ сығанаҡтан.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: