Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет ултырышында ил башлығы медицина инфраструктураһын яңыртыу буйынса билдәләнгән кимәлде кәметмәйенсә, ошо йүнәлештә сығымдарҙы инфляцияға ярашлы яңынан ҡарарға, индексация эшләргә ҡушты. Ул пандеимяның бөтә донъя буйынса халыҡтың һаулығына етди зыян килтереүен билдәләне. «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең илдә лә ошондай хәл һәм демографияның кәмеүе күҙәтелә», — тине Путин.
«Беренсел звеноны модернизациялау» программаһы буйынса 2021 йылда Башҡортостандың медицина ойошмаларындағы капиталь ремонт торошо тураһында Азат Рәхмәтуллин мәғлүмәт бирҙе.
Бөгөнгө көнгә республиканың 32 һаулыҡ һаҡлау объектында (24 медицина ойошмаһы), шул иҫәптән поликлиника, табип амбулаториялары, участок дауаханалары, дауалау, терапия, хирургия корпустары һәм стационарҙарҙа капиталь ремонт бара. Был эштәр Бөрө, Йәрмәкәй, Ғафури райондарының үҙәк дауаханаларында тулыһынса тамамланған. Декабрҙә тағы ла 21-ендә эштәр бөтә.
Тағы ла 490 объект — 10 поликлиника, 3 участок дауаханаһы, 21 дөйөп практика табибы офисы, 42 табип амбулаторияһы, 2 – Үҙәк район дауаханаһы, 412 — фельдшер-акушер пункты төҙөләсәк һәм ике объектта реконструкция үткәреләсәк.
“Башинформ” мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде.