Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.
Рәсәй президенты Владимир Путин яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусылар янында Яңы йыл байрамдарында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә икеләтә түләү тураһында ҡарар ҡабул итте, тип хәбәр итә «Башинформ»
Ул хөкүмәткә бының өсөн финанс саралары бүлергә ҡушты.
«Беҙ быйыл, 2021 йылда,ковид менән ауырыусылар янында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре, социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн Яңы йыл байрамы ваҡытында икеләтә күләмдә махсус түләүҙе тәьмин иттек. Мин хөкүмәттән 2022 йылдағы байрам көндәрендә лә шуны ҡабатлауҙарын һорайым», - тине В.Путин хөкүмәт ағзалары менән үткән кәңәшмәлә.
Финанс министры Антон Силуанов ил бюджетында бындай түләүҙәр өсөн мөмкинлек барлығын белдерҙе.
Был маҡсатта түләүҙәр өсөн 8 миллиард һум талап ителә..