Быйыл Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуы билдәләнә.
Тантанала Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Урал Килсенбаев, хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов һ.б. ҡатнашты.
14 декабрь Башҡорт теле көнө тип 2019 йылда беренсе тапҡыр билдәләнде. Ул шунан алып башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған көнөндә үткәрелә.
Аҡмуллаға һәйкәл 2008 йылда Башҡорт дәүләт университеты алдындағы скверҙа ҡуйылған. Композицияның төп идеяһы – шағирҙың балалар менән әңгәмәләшеүе. Аҡмулла оҙон юлдан һуң бер ауылға килеп етә, һыуһынын ҡандырыу өсөн шишмә буйына килә. Ул шишмә янына ултыра, шағирҙы балалар уратып ала. Ошо ваҡиғаны күрһәтеү өсөн һәйкәл янына талдар ултыртылған һәм шишмә эшләнгән.
Республика башлығы сайтындағы мәғлүмәт буйынса әҙерләнде.