Рух
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2021, 18:49

Марафондың беренсе көнө - «Башҡорт теле — иманлы тел»

Бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла үҙенең «Нәсихәттәр»ендә иманды беренсе урынға ҡуя. Эйе, иман – ул күңелдәге яҡтылыҡ, изгелек, күркәм холоҡ. Һәр иманлы кеше йәшәйешен мәғәнәле итеп ҡорорға тырыша, башҡалар менән мөнәсәбәттәрен яйға һалып, өлгөлө булып йәшәй.Тормош  юлынан да ышаныслы атлай.Иманлы, изге күңелле кешеләр донъялыҡтағы яҡшы эштәре менән халыҡ хәтерендә ҡала. Телен белгән, халҡын хөрмәт иткән, итәғәтлеләр иманлы булыр.   Мифтахетдин Аҡмулланың  тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы шиғри флешмоб иғлан ителде. Бөгөн Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән бергә «Ете аҙым» марафонына ҡушылды. Телебеҙҙе, илебеҙҙе яратайыҡ, һаҡлайыҡ! Иманлы булайыҡ! (Видео А.Шәһәретдиновтың шәхси сәхифәһенән).

Марафондың беренсе көнө - «Башҡорт теле — иманлы тел»
Марафондың беренсе көнө - «Башҡорт теле — иманлы тел»

Бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла үҙенең «Нәсихәттәр»ендә иманды беренсе урынға ҡуя.

Эйе, иман – ул күңелдәге яҡтылыҡ, изгелек, күркәм холоҡ. Һәр иманлы кеше йәшәйешен мәғәнәле итеп ҡорорға тырыша, башҡалар менән мөнәсәбәттәрен яйға һалып, өлгөлө булып йәшәй.Тормош  юлынан да ышаныслы атлай.Иманлы, изге күңелле кешеләр донъялыҡтағы яҡшы эштәре менән халыҡ хәтерендә ҡала. Телен белгән, халҡын хөрмәт иткән, итәғәтлеләр иманлы булыр.

 

Мифтахетдин Аҡмулланың  тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы шиғри флешмоб иғлан ителде.

Бөгөн Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән бергә «Ете аҙым» марафонына ҡушылды.

Телебеҙҙе, илебеҙҙе яратайыҡ, һаҡлайыҡ! Иманлы булайыҡ!

(Видео А.Шәһәретдиновтың шәхси сәхифәһенән).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: