Рух
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2021, 09:42

Башҡортостандағы тау саңғыһы курорты яҡшылар иҫәбендә

Турстат порталы рейтингы буйынса,  Башҡортостан Яңы йылда ял итеү өсөн Рәсәйҙең иң яҡшы биш тау саңғыһы курорты иҫәбенә ингән

Башҡортостандағы тау саңғыһы курорты яҡшылар иҫәбендә
Башҡортостандағы тау саңғыһы курорты яҡшылар иҫәбендә

Был турала Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте  хәбәр иткән. Белорет районында урынлашҡан «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәге дүртенсе урында.

 

«Республикабыҙ биләмәһендә урынлашҡан Урал тауҙарының һырттары байтаҡ йылдар инде Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тау саңғыһы спортын яратыусыларҙы үҙенә тарта. Был аңлашыла ла, сөнки беҙҙә бер нисә шәп ҡышҡы спорт үҙәге бар, шуларҙың береһе – Абҙаҡ», — тип фекерен белдерә Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.

Сочиҙағы «Роза Хутор» һәм Ҡабарҙы-Балҡарҙағы «Эльбрус» курорттары тәүге урындарҙа, «Белокуриха» (Алтай крайы) — өсөнсө, «Шерегеш» (Кемерово өлкәһе) бишенсе баҫҡыста килә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәренән.

Фото шул уҡ сығанаҡтан.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в