Бөгөн Халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында «Башҡорт мамыҡ шәле», «Селтәрле шәл» и «Башҡорт дебет шәле» номинацияларында иң яҡшы эштәрҙе һайлап алыу булды. Ейәнсура, Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Хәйбулла, Мәләүез, Миәкә, Бишбүләк райондарының шәл бәйләү оҫталары үҙҙәренең эштәрен баһалама хөкөмөнә тапшырған
Фестиваль сиктәрендә командалар араһында ойошторолған «Башҡорт шәленә реклама ролигы» тигән конкурс быйыл онлайн-форматта үтә.
Фестиваль йомғаҡтары һәм еңеүселәр 4 декабрҙә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе (ВДНХ ЭКСПО) бинаһында үтәсәк «Уфа. Арт. Ремесла. Сувениры» күргәҙмә-фестивалендә бүләкләнәсәк.
https://culture.bashkortostan.ru сайты мәғлүмәттәренән.
Фотолар шул уҡ сығанаҡтан.