Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2021, 09:22

Олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына премиялар булдырылды

Башҡорт теле көнө алдынан Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға премиялар булдырылды.

Олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына премиялар булдырылды
Олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына премиялар булдырылды

Башҡорт теле көнө алдынан Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға премиялар булдырылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, еңеүселәр һәм уларҙың уҡытыусылары — 5-әр мең, призерҙар һәм уларҙың педагогтары 3-әр мең һум аласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин әйтеүенсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада 1987 йылдан башлап үткәрелә. Ә төбәк-ара кимәлдә 1996 йылдан ойошторола. Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләре, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Пермь крайынан уҡыусылар ҡатнаша.

«Башинформ» хәбәрҙәре буйынса әҙерләнде.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: