Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры Татьяна Голикованың COVID-19 менән сирләүселәр өсөн сертификаттың ғәмәлдә булыу ваҡытын алты айҙан алты йылға тиклем оҙайтыу тураһында башланғысын хупланы. Беренсел вакцина яһатыусылар өсөн дә, ауырығандан һуң да алты ай үткәс ҡабаттан вакцина яһатырға кәңәш ителә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
- Иммунизация өлкәһендәге ғалимдар, эксперттар, илебеҙ һәм халыҡ-ара тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, ҡабаттан вакцинацияланыуҙың иң ҡулай ваҡыты тураһында мәсьәләне ентекле тикшерҙе. Ауырыуҙан һуң сертификат бер йыл дауамында ғәмәлдә булырға тейеш тигән һығымтаға килде, әлегә ул - ярты йыл, - тине Максим Забелин.
Был яңылыҡты индереү ауырыу үткәреүселәрҙең ҡабаттан коронавирус йоҡтороу күрһәткестәренең түбән булыуы - 0,74 % тәшкил итеүе менән аңлатыла. Татьяна Голикованың тәҡдимен Рәсәй Президенты Владимир Путин да хупланы.
Башҡортостандың медицина өлкәһендәге белгестәре фекеренсә, COVID-19 менән ауырыған кешеләр бер йыл дауамында шартлы һаҡланған тип иҫәпләнә.
Белеүегеҙсә, илдә биш төрлө вакцина рәсми теркәлгән: «Спутник V», «Спутник Лайт», «ЭпиВакКорона», «ЭпиакКорона-Н» һәм «КовиВак».
- Әле COVID-19 менән сирләүселәрҙең QR-коды ярты йыл ғына ғәмәлдә була, ә вакцина эшләтеүселәрҙең бер йыл, - тип билдәләй Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов. – Күп осраҡта коронавирус инфекцияһын үткәреү сирҙе ҡуҙғытыусы микроорганизмға ҡаршы тотороҡло иммунитет барлыҡҡа килтерә. Вакцина ла шундай һөҙөмтә бирә. Шуға күрә, әлеге эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, ауырыу йоҡтороп һауыҡҡан кешеләр өсөн сертификат ваҡыты бер йылға тиклем оҙайтылыуы үҙен аҡлай.
Шуны ла яҡшы аңларға кәрәк: хәл киҫкенләшһә, QR-кодтың ғәмәлдә булыу ваҡыты барыһы өсөн дә яңынан алты айға ҡалыуы бар.
Республика баҫмаларына таянып әҙерләнде.