+17 °С
Дождь


Мораҙым ауылы быйыл "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ошо көндәрҙә ауылдан бер нисә кешене "Бәхетнамә" тапшырыуына һөйләшеүгә саҡырҙылар. Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Илнур Нәҙершин, ҡул эштәре оҫтаһы Лилиана Вәлитова, Мораҙым мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсара Килдиналар тапшырыуҙа ҡатнашты.