Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2021, 10:14

18 декабрҙән Башҡортостанда QR-кодһыҙ эштән ситләтә башлайҙар

Башҡортостанда 18 декабрҙән эш биреүселәр, ҡайһы бер тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен һуңғы алты ай дауамында прививка эшләмәһәләр йәки медицина белешмәһен күрһәтмәһәләр, эштән ситләтәсәктәр.

18 декабрҙән Башҡортостанда QR-кодһыҙ эштән ситләтә башлайҙар
18 декабрҙән Башҡортостанда QR-кодһыҙ эштән ситләтә башлайҙар

Был хаҡта Роспотребнадзорҙан Елена Шакироваға һылтанма менән Gorobzor.ru хәбәр итә.

Медицина хеҙмәткәрҙәре, социаль хеҙмәтләндереү, мәғариф, сауҙа, йәмәғәт транспорты, почта, хәрбиҙәр, ирекмәндәр, вахта менән эшләүселәр һәм хеҙмәткә саҡырылыусылар вакцинация үтергә тейеш. 30 декабргә тиклем ауыл хужалығы, хоҡуҡ һаҡлау органдары, төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре вакцинацияланырға тейеш.

Предприятиеларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең кәм тигәндә 80 проценты вакцина яһатҡан булырға тейеш. Роспотребнадзор талаптарын үтәмәгән осраҡта санкциялар ҡаралған: 500 мең һумғаса штраф йәки эшмәкәрлекте туҡтатып тороу. Әгәр хеҙмәткәр вакцинациянан баш тарта икән, предприятие етәксеһе уны эшенән ситләтә ала.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: