Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2021, 10:05

Башҡортостанда CIOFF ® Беренсе бөтә донъя балалар фольклориадаһы буласаҡ

2024 йылдың йәйендә Өфөлә CIOFF ® Беренсе Бөтә донъя балалар фольклориадаһын уҙғарыу күҙаллана. Был турала БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр иткән.

Башҡортостанда CIOFF ® Беренсе бөтә донъя балалар фольклориадаһы буласаҡ
Башҡортостанда CIOFF ® Беренсе бөтә донъя балалар фольклориадаһы буласаҡ

 Министр доклады 7-9 ноябрҙә Венгрияның баш ҡалаһында үткән 50-се Бөтә донъя конгресы һәм CIOFF ® Генераль Ассамблеяһының ултырышы йомғаҡтарына арналды.

«7 ноябрҙә CIOFF ® Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса комитеты составында быйыл йәй республикабыҙҙа уҙған алтынсы фольклориада йомғаҡтары тураһында фекер алыштылар. Хәтерегеҙгә төшөрәм, унда 37 илдән 1000-дән ашыу кеше ҡатнашты. Фольклориадаға йомғаҡ яһауҙан тыш, сәфәрҙең маҡсаты - Өфөлә CIOFF ® Беренсе Бөтә донъя балалар фольклориадаһын үткәреү тураһында мәсьәләне тикшереү. Быны CIOFF ® милли секцияһы вәкилдәре тәҡдим итте» ", - тип хәбәр итә Әминә Ивний ҡыҙы.

 

Шулай уҡ балалар фольклориадаһында 14 йәшкә тиклемге балалар  ҡатнашасағы билдәле.

 

Министр әйтеүенсә, CIOFF Советы ағзалары ултырышында президент Филипп Боссан фестивалдең тарихта иң яҡшыһы булыуын билдәләгән:

 

«Ул сараның юғары кимәлдә ойошторолоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был Фольклориаданың логистикаһына - ҡатнашыусылар менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙән, уларҙы Рәсәйгә килеүгә әҙерләүҙән башлап, фестиваль майҙансыҡтарының эшен һәм йүнәлештәр буйынса йәлеп ителгән бөтә белгестәрҙең профессионаллегенә тиклем - ҡағыла».

 

Киләһе аҙым - CIOFF ® һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһында беренсе Бөтә донъя балалар фольклориадаһына әҙерлек һәм уны уҙғарыу шарттары тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу буласаҡ. Тиҙҙән Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы Бөтә донъя фольклориадаһында CIOFF ® комитеты менән берлектә ошо документты әҙерләй башлай.

 

(Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы материалдарынан).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: