Башҡортостан республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин Талбазы дауаханаһы коллективын яңы баш табип менән таныштырҙы. Ул 33 йәшлек Роберт Иштуков.
Роберт Риза улы Өфө ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған, медицина фәндәре кандидаты.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының торлаҡ һәм инфракструктура үҫеше буйынса комиссия ағзаһы.
2009 йылда хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының ашығыс медицина ярҙамы станцияһы фельдшеры булып башлаған.
2011 йылда «дөйөм хирургия» белгеслеге буйынса клиник ординатураны тамамлаған.
2013 йылдың октябренән 2015 йылдың ноябренә тиклем эрен хирургияһы бүлегендә табип-хирург.
2015 йылдың сентябренән нур диагностикаһы курсы менән дөйөм хирургия кафедраһы ассистенты.
2015 йылдың февраленән Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының 4-се хирургия бүлеге хирургы.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, республика президент хакимиәте почет грамоталары һ.б. менән бүләкләнгән.
Двукратный обладатель гранта Федерального агентства по делам молодежи по проекту 2012, 2013 йылдарҙа «Һаулыҡ мәктәбе» проекты буйынса Йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса федераль агентлыҡ грантына лайыҡ булған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында һәм Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында стажировка үткән.
2012 йылда Башҡортостан Республикаһын Рәсәй сәйәсәте мәктәбен тамамлаған.