Рух
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2021, 10:20

Башҡортостанда йәшәүселәр вакцина эшләтеү тураһында ҡағыҙ сертификатты Күп функциялы үҙәктәрҙә ала алалар

Был хеҙмәт «Дәүләт хеҙмәте»ндә теркәлмәгәндәр өсөн күрһәтелә

Башҡортостанда йәшәүселәр вакцина эшләтеү тураһында ҡағыҙ сертификатты Күп функциялы үҙәктәрҙә ала алалар
Башҡортостанда йәшәүселәр вакцина эшләтеү тураһында ҡағыҙ сертификатты Күп функциялы үҙәктәрҙә ала алалар

16 ноябрҙән граждандарға Күп функциялы үҙәктәрҙә COVID-19-ҙан вакцинация тураһындағы сертификатты бушлай сығартып алырға мөмкинлек бирелә.

Бы хеҙмәт «Дәүләт хеҙмәте»ндә теркәлмәгән, сервис менән ҡуллана белмәгән йәки QR-кодты үҙ аллы сығартып ала алмаған кешеләргә күрһәтелә.

Сертификатты алыу өсөн вакцинация медицина күрһәтеүе буйынса ярамаған йәки коронавирусты үткәргән кешеләргә бирелә.

Сертификатҡа офиста мисәт һуҡмайҙар, ул кешегә бер экземплярҙа ғына бирелә.

 Уны сығартып алыу өсөн үҙең менән паспорт, медицина полисы һәм СНИЛС кәрәк. Икенсе кешегә алыу өсөн ябай формала төҙөлгән ышаныс ҡағыҙы кәрәк.

Әгәр вакцинаға сертификат барлығы йәки COVID-19 менән сирләү тураһындағы мәғлүмәт  булмаһа, ҡағыҙҙы алып булмаясаҡ.

Был осраҡта вакцина үткән медицина учреждениеһына барырға йәки  Дәүләт хеҙмәте порталы аша  «Сертификаты и QR-коды» бүлегендә мөрәжәғәт яҙырға кәрәк.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: