- Ул халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы үтә. Флешмоб 14 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Бәйгенең шарттары бик ябай: үҙегеҙ һайлап, Аҡмулланың шиғырын яттан һөйләргә, видеоға төшөрөргә, уны социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәләрегеҙгә һалырға кәрәк.
- #Аҡмулла, #БашҡортТелеКөнө, #Ҡоролтай, #Курултай хештегтарын ҡулланығыҙ.
Шуныһын иҫегеҙҙә тотоғоҙ: видеояҙманың оҙонлоғо 2 минуттан артырға тейеш түгел!
Шулай уҡ, флешмобҡа тәҡдим ителгән видеояҙмала:
ҡатнашыусының исем-шәрифе
йәшәгән урыны (ҡала, район)
әҫәр исеме яҙылырға тейеш.
Хәйерле сәғәттә! Уңыштар!
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайты мәғлүмәте ҡулланылды.