Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2021, 08:58

ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺӨЙӨНӨСӨ

УЛАР ЯҢЫ ФАТИРЛЫ БУЛДЫ

ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺӨЙӨНӨСӨ
ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺӨЙӨНӨСӨ

Яңы йәшәү урыны – яңы өйгә күсеү ул һәр ваҡыт шатлыҡлы, онотолмаҫ мәл. Ә әлеге йәштәр – етем ҡалған йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балалар өсөн был бигерәк тә һөйөнөслө.

 

Уларҙың хәҙер үҙ мөйөшө бар. Ауырғазы район хакимиәтендә биш егет һәм ҡыҙға яңы фатир асҡыстары тапшырылды. Уны район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов тапшырҙы.

 

 

  • Бөгөн мин шатлыҡлы миссия үтәнем – етем балаларға күптән көтөлгән квартира асҡыстары тапшырҙым, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Арыҫлан Нәзир улы.- Үҙ торлағың – оло тормоштоң нигеҙе ул. Был йәштәрҙең үҙ өйө булды, уны үҙҙәре теләгәнсә, яратып һәм хәстәрләп йәмләһендәр, матурлаһындар. Уларҙы ысын күңелдән ошо бәхетле ваҡиға менән ҡотлайым! Яңы фатирҙарҙа үҙ бәхеттәрен булдырыуҙарын һәм ныҡлы ғаиләләр ҡороуҙарын теләйем.  
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: