Рух
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2021, 22:26

Һыуыҡ көндәр килә

Башҡортостанда һауа температураһының -18-гә төшөүе һәм ҡар яуыуы көтөлә

Һыуыҡ көндәр килә
Һыуыҡ көндәр килә

Башгидрометеоүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, был көндәрҙә республика территорияһында һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә.

 

Был турала «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы белдерә.

 9 ноябрь ямғыр яуҙы, бөгөн, шаршамбы иһә бер аҙ ҡар төштө, һыуытты.

Синоптиктар билдәләүенсә, урыны менән сымдарға еүеш ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, шулай уҡ юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә.

Ел йүнәлешен көньяҡтан төньяҡҡа үҙгәртә, көслө була.

 Бөгөн, 10 ноябрҙән  термометр күрһәткесе -2,+3°-тө күрһәтә.

11 ноябрь төндә һауа температураһы  -6,-11°-гә тиклем һыуытасаҡ,  көндөҙ -3°,-6° буласаҡ.

Ҡар яумай, юлдарҙа боҙлауыҡ һаҡлана.

Шуға күрә һаҡ булығыҙ!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: