- «Бөгөн республикала йән иҫәбен алыусылар дүрт миллионлыҡ сикте үтте. Һәм иртән мин дә был сараға ҡушылдым. Әйтергә кәрәк, һорауҙар ҡыҙыҡлы.
-
- Ғаилә составына килгәндә, беҙ биш кеше. Үҙемдең яҙмам менән мин өс башҡортто теркәнем. Минең улдарым әле бәләкәй, һәм беҙ ҡатыным менән уларҙы башҡорт итеп яҙырға уйлаштыҡ.
-
- Мин үҙем янында Башҡортостанда йәшәгән балаларымды яҙҙым. Ике ҡыҙым инде өлкәндәр, айырым йәшәйҙәр, шулай булғас, улар Мәскәүҙә йән иҫәбен алыуҙа ҡатнаша», - тип белдерә Радий Фәрит улы.
Радий Хәбировтың "Бәйләнештә" сәхифәһенән. (видео)