Төрөмбәт ауылында йәшәп ижад итеүсе Минира Винер ҡыҙын районда белмәгән кеше һирәктер. Уның шиғырҙары, хикәйәләре республика баҫмаларында ла йыш күренә. Шиғырҙар йыйынтығы, хикәйәләр китабы баҫылып сыҡты. Уның әҫәрҙәрен бер тында уҡып сығаһың.
Оҫта, бай телле, тәрән фекерле шағирә, яҙыусы Минира Бикәнәсова үҙенең ижад емеше менән республика конкурсында ҡатнашты. Ул «Доға ҡөҙрәте» менән «Барыҫ» хикәйәләрен тәҡдим итә.
«Башҡорт телендә проза» номинацияһында Минира Бикәнәсова икенсе урынға лайыҡ булды. Ижадсыны ҡотлайбыҙ һәм артабан да үрҙәр яуларға яҙһын.
Журналист, иң популяр яҙыусыларҙың береһе булған Сергей Довлатовтың 80 йыллыҡ юбилейына бағышланған конкурста быйыл 90 кеше ҡатнашырға теләк белдерә, шуларҙың өсөһө сит төбәктәрҙән: Силәбе өлкәһе, Алтай крайы һәм Канада.