Ул тулы һөйләмдәрҙе башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә тәржемә итеүсе беренсе проект. Ул башҡорт телевидениеһы алып барыусыһы Наил Юнысов тауышы ярҙамында халыҡҡа еткерелә. Башҡорт-рус һәм рус-башҡорт тәржемәһе https://bashkortsoft.ru/ веб-сервисында урынлашҡан.
Проект сиктәрендә ҡуйылған бурыстар Башҡортостан Республикаһында дәүләт телдәрен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу, шулай уҡ башҡорт телен интернет киңлегендә ҡулланыуҙы киңәйтеү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк.
«Проект башҡорт телендә текстар менән эшләгәндәрҙең барыһы өсөн дә файҙалы. Онлайн-тәржемәсе ҙур текстарҙы тәржемә итә, айырым һүҙлек бүлеге, шулай уҡ текстарҙы тауыш менән уҡыу ҙа бар. Рус теленән башҡорт теленә, башҡорт теленән рус теленә онлайн-тәржемәселәр булмағанға күрә ошо проектты башланыҡ. Әлеге ваҡытта онлайн-тәржемәсе тест режимында эшләй, асыҡланған хаталарҙы төҙәтәбеҙ. Әлегә тәржемә сифаты 70 процент тирәһе тәшкил итә. Параллель текстар күберәк булған һайын, тәржемә лә шул тиклем сифатлыраҡ буласаҡ», - тип аңлатма бирә фонд етәксеһе Гөлназ Йосопова.
Материалдарҙы башҡорт һәм рус телдәрендә йыйыу һәм эшкәртеү дауам итә. 2021 йылда ике телдә донъя күргән яңылыҡтар эшкәртелгән. Бөтәһе 14 меңдән ашыу интернет-бит эшкәртелгән.
«Портал өҫтөндә быйыл йәй 2,5 ай самаһы эшләнек. Еңел булманы. Миңә тауыш тембры үҙгәрмәһен өсөн көнөнә мөмкин тиклем күберәк һүҙ уҡырға тигән бурыс ҡуйылды. Тәүге ваҡытта мин ни бары 200-250 һүҙ уҡыным, телмәр ғәҙәти тормошта кеүек түгел, ә бер нескәлектә булырға тейеш. Тауыш тәүҙә арый ине. Проект аҙағына көнөнә 1300-гә һүҙгә тиклем еттем. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ быны эшләнек. Индергән өлөшөбөҙ башҡорт телен өйрәнеүҙә кәрәк булыр һәм кешеләр был ресурс менән рәхәтләнеп файҙаланыр тип ышанам», - тип һөйләй «Башинформ» агентлығына Наил Юнысов.
Сайтты әҙерләү өҫтөндә эшләүселәрҙең береһе булған Айҙар Хөсәйенов әйтеүенсә, ниндәй булһа ла тексты Наил Юнысов тауышы менән яңғыратыусы компьютер программаһы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ярҙамында тормошҡа ашырылды. bashkortsoft.ru. русса-башҡортса тәржемәсеһен һәр кем һынап ҡарай ала. Сайтты ҡулланыусылар текстың тәржемәһен башҡорт телендә тыңлап та ҡарай ала, ти ул.
(https://www.bashinform.ru сайтынан).