Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2021, 09:11

Ауыл хужалығында эшләүселәр бүләкләнде

Кисә,  1 ноябрҙә, Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы.

Ауыл хужалығында эшләүселәр бүләкләнде
Ауыл хужалығында эшләүселәр бүләкләнде

1 ноябрҙә, Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров аграр сәнәғәте һәм аҙыҡ-түлек промышленносе хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында механизаторҙар, тракторсылар, хужалыҡ һәм предприятие етәкселәре, агрономдар, малсылар һ.б.

 

Респубиканың биш районына быйылғы йылда ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә юғары күрһәткестәргә ирешкәндәре өсөн диплом тапшырылды.

  • Аграрийҙар хеҙмәте, һис шикһеҙ, иң юғары баһаға һәм йылы һүҙҙәргә лайыҡ. Ауыл хужалығы республика иҡтисадының ышаныслы таянысы булды һәм булып ҡала. Башҡортостандың әйҙәүсе аграр төбәктәр иҫәбенә инеүе иң беренсе сиратта ауыл эшсәндәренең ҡаҙанышы, - тине Радий Фәрит улы.

 

 

Быйылғы йыл һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе булған биш район араһында беҙҙең Ауырғазы районына ла диплом тапшырылды.

 

Иң ҙур бүләк Салауат Юлаев ордены менән «Дружба» хужалығы тракторсы-машинисы Вәлийән Нуриман улы Йәрмөхәмәтов бүләкләнде.

«Салауат» крәҫтиән-фермер хужалығы тракторсы-машинисы Владимир Алексеевич Григорьев «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайбыҙ, эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаиләгеҙҙә именлек, бәрәкәт теләйбеҙ!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: