Рух
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2021, 23:21

Башҡортостан телевидениеһы аша «Бәйге» чемпионатын ҡарағыҙ!!!

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында яңы проект башланды – «Бәйге» башҡорт уйындары буйынса чемпионаттың тәүге уйындары.

Башҡортостан телевидениеһы аша «Бәйге» чемпионатын ҡарағыҙ!!!
Башҡортостан телевидениеһы аша «Бәйге» чемпионатын ҡарағыҙ!!!

Һигеҙ башҡорт ырыуы төп бүләк  – еңеүсе шлемы һәм 150 мең һум – өсөн ярыша. Һәр кис 7-се 15 минутта (18 сәғәт 15 минутта) Башҡортостан юлдаш телевидениеһында башҡорт уйындары буйынса ярыштарҙы ҡарағыҙ. Иң көслө ырыу еңеүсе булһын. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) ойоштороусы булып тора.

 

 "Беҙ 5 июндә Яңауыл районында башлап үткәргән “Бәйге” башҡорт уйындары Туймазы ҡалаһында ҙур ваҡиға - "Бәйге" башҡорт уйындары буйынса беренсе чемпионаты булараҡ дауам итте”, – тип һөйләне уйынды ойоштороусыларҙың береһе Юлдаш Йосопов.

Был башҡорт халҡы өсөн мөһим ваҡиға һәм милли спорт төрҙәрен үҫтереү мөмкинлеге. Һәр команда бер ырыуҙы үҙ эсенә ала. Саҡырыуҙы Табын, Йылан, Юрматы, Ҡаңлы, Балыҡсы, Ғәйнә, Уран һәм Ҡырғыҙ ырыуҙары күтәреп алды. Улар  Башҡортостан Республикаһы, Силәбе өлкәһе һәм Пермь крайынан.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: