Новости
25 Октября 2021, 13:33

ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕН БЕЛЕҮ БӘЛӘНӘН ҠОТҠАРЫР!

 Башҡортостанда ЮХХДИ менән мәғариф органдары бөгөнгө көндән (25 октябрҙән) «Иғтибар – балалар!» профилактик сараларын үткәрә башланы.

ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕН БЕЛЕҮ БӘЛӘНӘН ҠОТҠАРЫР!ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕН БЕЛЕҮ БӘЛӘНӘН ҠОТҠАРЫР!
ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕН БЕЛЕҮ БӘЛӘНӘН ҠОТҠАРЫР!

 

 

Был - балалар юл-транспорт йәрәхәттәрен иҫкәртеү буйынса саралар комплексы.

 

Ағымдағы йылдың 9 айы эсендә республика юлдарында балалар ҡатнашлығында 377 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда 16 бала һәләк булған һәм 420-һе төрлө йәрәхәттәр алған.  

Шуларҙың 163-ө пассажир балалар ҡатнашлығында эшләнгән. Был юл-транспорт һәләкәттәрендә 14 бала һәләк булған, 198-е йәрәхәтләнгән. Балаларҙы транспорттта хәүефһеҙлек ҡайыштарын йәки башҡа тотоусы ҡоролмаларһыҙ ташыу һөҙөмтәһендә 8 юл-транспорт һәләкәте теркәлгән, уларҙа 2 бала һәләк булған.

 

Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында юл-транспорт һәләкәттәре һанын кәметеү, мәктәп уҡыусылары яғынан юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре берлектә рейдтар үткәрә, ә белем биреү ойошмаларында педагогтар, үҙ сиратында, уҡыусыларға юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында тағы ла бер тапҡыр хәтерләтәсәктәр.

 

Был осорҙа шулай уҡ балаларҙы транспортта ташыу ҡағиҙәләрен үтәүгә айырым иғтибар буласаҡ.

 

Барлыҡҡа килгән эпидемиологик хәл шарттарында республикалағы профилактик саралар сиктәрендә үткәреләсәк тематик конкурстар һәм акциялар онлайн-режимда ойошторола.

 

Саралар ноябрҙә тамамлана.

 

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас