Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2021, 07:58

Путин Рәсәйҙә ял көндәре тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Вице-премьер Татьяна Голикова 30 октябрҙән 7 ноябрға тиклем ял көндәре биреү тураһындағы тәҡдим менән сығыш яһай.

Путин Рәсәйҙә ял көндәре тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Путин Рәсәйҙә ял көндәре тураһында указға ҡул ҡуйҙы



Кремлдең сайтында Президент Владимир Путиндың илдә бер аҙнаға ял көндәре биреү тураһында указға ҡул ҡуйыуы тураһында хәбәр ителә.

«2021 йылдың 30 октябренән  7 ноябргә тиклем хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын һаҡлап ял көндәре булдырырға», — тип әйтелә документта.

Төбәктәрҙәге санитар-эпидемиологик хәлгә ҡарап, урындағы власть  30 октябргә тиклем үк йәки 7 ноябрҙән һуң да өҫтәмә ял көндәре бирә ала, тиелә указда.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: