Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2021, 08:41

2022 йылда баланы ҡарау өсөн пособие күләме артасаҡ

Рәсәйҙә 2022 йылдың 1 февраленән беренсе баланы ҡарау өсөн пособиеның минималь күләме 5,8%-ҡа артасаҡ, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

2022 йылда баланы ҡарау өсөн пособие күләме артасаҡ
2022 йылда баланы ҡарау өсөн пособие күләме артасаҡ

Пособиеның 7 493 һумға етәсәге, максималь күләме 31 282 һум буласағы тураһында әйтелә. Йәш ярымға тиклем баланы ҡарауға ай һайын түләнгән пособиеларға сығымдар 169,5 млрд һум тәшкил итәсәк.

Әле пособиеның минималь күләме 7 083 һум, максималь күләме — 29 600 һум.

Шулай уҡ бала тыуғанда бер тапҡыр түләнгән пособие 1 февралдән 5,8%-ҡа индексланасаҡ, ул 19 981 һумға етәсәк. Әлеге ваҡытта был пособие 18 886 һум тәшкил итә.

https://www.bashinform.ru хәбәрҙәренән.

 

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: