Бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған «Килер бер көн» әҙәби-музыкаль кисә була. Ул шулай уҡ унда тура эфирҙа күрһәтеләсәк.
Кисә шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланған. Уны ойоштороусылар булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) һәм режиссер Булат Йосоповтың «Көндәлек» фильмының ижади командаһы тора.
Был кисәлә шағирҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре республиканың иң яҡшы коллективтарҙы һәм алдынғы артистары башҡарыуында яңғыраясаҡ: легендар «Дәрүиш-хан» төркөмө «Ҡарауанһарай», виртоуз ҡурайсы Роберт Юлдашев, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Фәрүәз Урманшин, Азат Йыһаншин, Гөлсөм Бикбулатова, Ринат Фәттәхов.
Шағирҙың шиғырҙарын Арыҫлан Ҡырымсурин, М. Кәрим исемендәге милли йәштәр театры, М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театры һәм Урыҫ драма театры артистары һөйләйәсәк.
Онлайн-ҡарау өсөн һылтанма: https://www.youtube.com/watch?v=h2LMMgYmMX8
Үткәрмәгеҙ, ҡарағыҙ!