Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2021, 09:51

Атайҙар көнө ҡасан була?

Рәсәй Президенты Владимир Путин Атайҙар көнө булдырҙы. Ул октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнеләсәк. Был турала хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡҡан указ һөйләй.

«Ғаилә институтын нығытыу һәм балаларҙы тәрбиәләүҙә атайлыҡ әһәмиәтен күтәреү өсөн Атайҙар көнөн булдырыу тураһында ҡарар сығарам», — тип әйтелә был документта.

Путин ҡул ҡуйған указ дүшәмбе, 4 октябрҙән үҙ көсөнә инде. Шулай итеп, Рәсәйҙә Атайҙар көнө беренсе мәртәбә быйыл 17 октябрҙә билдәләнеләсәк.

https://www.rbc.ru мәғлүмәте буйынса.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: