Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2021, 20:32

Радий Хабиров 114 мәктәп автобусының асҡыстарын тапшырҙы

Яңы автобус алыусылар араһында Ауырғазы районы ла бар.

Радий Хабиров 114 мәктәп автобусының асҡыстарын тапшырҙы
Радий Хабиров 114 мәктәп автобусының асҡыстарын тапшырҙы

Бөгөн, 5 октябрь – Уҡытыусылар көнөндә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәп директорҙарына өр-яңы автобус асҡыстары тапшырҙы. 114 автобус республиканың төрлө райондарына юлланды.

– Республиканың 50 меңгә яҡын уҡыусыһы өсөн һәр уҡыу көнө автобуста башлана һәм тамамлана. Бынан өс йыл элек беҙҙә иҫке машиналар күп ине. Техника паркын яңыртыу балаларҙы ташыуҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итә, – тине Радий Хәбиров. – Яңы мәктәп автобустарын мөһим байрамдарҙың береһе булған Уҡытыусылар көнөндә тапшырабыҙ. Хәҙер инде республикала 10 йылдан артыҡ йөрөгән автобустар юҡ. Ләкин беҙ уларҙы яңыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Был беҙҙең өсөн мәһим. Водителдәргә лә еңел булмаған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәм. Һәр көн ата-әсәләр һеҙгә балаларын ышанып тапшыра. Һеҙгә ҙур рәхмәт!

 

2021 йылда Башҡортостанға үҙебеҙҙең илдә төҙөлгән 185 мәктәп автобусы тапшырылды. Уларҙың 45-е республика бюджеты иҫәбенә алынды. Тағы ла 140 автобус Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән бүленде.

Республиканың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, яңы техника муниципалитеттарҙа балаларҙы мәктәпкә ташыу мохтажлығын тулыһынса тәьмин итәсәк.

Республикала барлығы 1 465 мәктәп автобусы бар, улар  2,9  мең ауылдан 49 мең баланы мәктәпкә килтерә һәм дәрестәрҙән һуң өйҙәренә ҡайтара.

44 район, өс ҡала, шулай уҡ Мәғариф һәм фән министрлығы ведомствоһына ҡараған 12 белем биреү ойошмаһы яңы автобуслы булды.

glavarb.ru мәғлүмәте буйынса әҙерләнде.

Фото шул уҡ сығанаҡтан.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в