Байрам датаһы тип иҫәпләнгән 11 октябрь быйыл дүшәмбегә тура килә. Йома көнө - 8 октябрҙә эш сәғәте ҡыҫҡартылмаясаҡ.
Биш аҙналыҡ эш аҙнаһында 9, 10, 11 октябрь байрам көндәре булып тора.
Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы, йыл һайын бирелгән төп йәки өҫтәлмә түләүле отпуск ошо ваҡытҡа тура килгәндә, байрам көнө булып торған 11 октябрь көнө отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы мәғлүмәте буйынса.