Улар бөгөн, 4 октябрҙән, үҙ көсөнә инде.
Указдың яңы редакцияһына ярашлы, дәүләт йәки муниципаль 2021 йылдың 4 октябренән музей, күргәҙмә залдары, китапхана, театр, кинотеатрҙар, концерт залдары, мәҙәниәт йорттары (һарайы), физкультура һәм спорт, шулай уҡ күмәк сараларға инеү өсөн COVID-19-ға ҡаршы вакцинация үтеү тураһында сертификат йәки алты ай эсендә коронавирусты үткәреү тураһында белешмә талап ителә. Музей, күргәҙмә залдары, китапханаларҙа кире һөҙөмтәле ПЦР-тест ярай.
Элегерәк ҡуйылған талаптар төнгө клубтарҙа (дискотека) ла һаҡлана.
Икенсе этап 12 октябрҙә башлана. Сауҙа үҙәктәренә (комплекстары), шәхси музейҙарға, күргәҙмә залдары, китапхана, театр, кинотеатрҙар, концерт залдары, мәҙәниәт йорто (һарайы) шулай уҡ ҡала-ара автобустарҙа, «Орлан» ҡала яны поезында ла шундай уҡ талаптар буласаҡ.
Үткән ялдарҙа был йоғошло ауырыу эләктереү осраҡтары сираттағы ике рекордты үтеп китте. Шәмбелә – 496, йәкшәмбелә - 482 яңы осраҡ теркәлде. Дауаханаға һалынғандар һаны 821 кеше булып китте, алдағы көндә 786 кеше иҫәпләнә ине.
41 пациент ауыр хәлдә, 17 –һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Ял көндәренәдә коронавирустан 46 кеше мәрхүм булған. Эпидемия башланғандан алып вафат булыусылар - 1683 кеше, шуларҙың 1403-ө 60 йәштән өлкәнерәктәр.
“Подслушано в Башкирии” телеграм-каналы мәғлүмәте буйынса.
Фото: Р.Хәбировтың рәсми сайтынан.