27 сентябргә ҡарата был өс райондың ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары иң күп һөт һауып алған. Саҡмағош районында - 48,6 мең тонна, Илештә - 29,6 мең һәм Ауырғазыла 29,4 мең тонна һөт етештерелгән.
Бөтә республика буйынса дөйөм күрһәткес 571,9 мең тонна икәнен иҫәпкә алғанда, алдынғы райондарҙың өлөшө 19 % тәшкил итә.
Быйылғы ябай булмаған осорҙа ла был райондарҙа һөт етештереүҙе арттыра баралар. Үткән йыл менән сағыштырғанда, өс райондың хужалыҡтары быйыл 6,3 мең тоннаға артығыраҡ һөт продукты алған.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте материалы буйынса.