Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2021, 10:00

ҠАҘАҒСТАНДА ЭШЛЕКЛЕ ОСРАШЫУ ҮТТЕ

28 сентябрҙә Нур-Солтанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Тоҡаев эшлекле осрашыу үткәрҙе.

ҠАҘАҒСТАНДА ЭШЛЕКЛЕ ОСРАШЫУ ҮТТЕ
ҠАҘАҒСТАНДА ЭШЛЕКЛЕ ОСРАШЫУ ҮТТЕ

Ҡаҙағстан президенты Рәсәй менән стратегик хеҙмәттәшлектең илдәр араһындағы мөнәсәбәттәргә ыңғай йоғонто яһауын белдерҙе.

Бөтә илдәге коронавирус пандемияһы дауам итеүгә ҡарамаҫтан, Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында бәйләнеш үҫә, уның йөкмәткеһе лә тулылана бара.

 

Радий Хәбиров Башҡортостандың да,  Ҡаҙағстандың да хеҙмәттәшлек итеүгә ҡыҙыҡһыныуы барлығын билдәләп үтте.

  • Беҙ төрлө тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлекте, сәнәғәт кооперацияһын киңәйтеүҙе, бергә юғары сифатлы тауар етештереүҙе әүҙем үҫтерергә әҙербеҙ, - тине ул. – Шулай уҡ туғандаш ҡаҙаҡ халҡының Башҡортостан тураһында күберәк белеүен теләйбеҙ.

 

Әңгәмә барышында уртаҡ предприятиеларҙың артыуы, нефть химияһы, ауыл хужалығы, металлургия, еңел сәнәғәт һәм башҡа өлкәләрҙә инвестиция проекттарының уңышлы тормошҡа ашырылыуы тураһында һүҙ булды.

Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы сайты.

Фото шул уҡ сайттан.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в