Матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, 1 октябрҙән бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡы артасаҡ.
Ләкин был әлегә барлыҡ бюджетта эшләүселәргә ҡағылмай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыу үҙәктәрендә, социаль өлкәлә һәм гидрометеорология хеҙмәтендә, Роспотребнадзор гигиена, Росстандарт стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар, шулай уҡ инвалидтар өсөн реабилитация үҙәктәрендә эшләүселәр һәм башҡа бер нисә категория хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы арттырыласаҡ.
4% тирәһенә арттырыу күрһәткесе төбәккә һәм профессияға ҡарап үҙгәрергә лә мөмкин. Субъекттар өҫтәү күләмен үҙаллы билдәләй ала, ләкин ул ошо һандан кәм булырға тейеш түгел. Окладҡа ҡарата барлыҡ өҫтәмәләр ҙә тейешлесә арта.
Рәсәй президентының май указдарында әйтеп кителгән хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы 1 ғинуарҙан артасаҡ..
2022 йылда эш хаҡының минималь кимәле 13 617 һумға еткереләсәк.
Әҙерләне: Р.Бардыбаева.