Рух
+9 °С
Ясно
Новости
22 Сентября 2021, 07:50

Башҡортостандың 12 районында ситтән тороп уҡыуға күсәләр

2021 йылдың 22-23 сентябренән   5, 6, 7, 8, 10-сы кластар өсөн 14 көнгә дистанцион уҡыу режимы индерелә. Ул ниндәй райондарҙа буласаҡ?

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандың 12 районында ситтән тороп уҡыуға күсәләрБашҡортостандың 12 районында ситтән тороп уҡыуға күсәләр
Башҡортостандың 12 районында ситтән тороп уҡыуға күсәләр

 

Был ҡарар республиканың 12 районының айырым мәктәптәренә ҡағыла. Әбйәлил, Балтаск, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Шишмә, Мишкә, Стәрлебаш, Яңауыл райондарында 5-8, 10-сы кластар өсөн 14 көнгә дистанциялы уҡыу режимы индерелә.

Был осорҙа бушлай туҡланыуға хоҡуҡлы айырым категорияға ҡараған балалар өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмалары биреү ойошторола.

 

Дистанциялы уҡыуға күсереү тураһында ҡарарҙы коронавирус йоғошло ауырыуын киҫәтеү буйынса райондың оператив штабы ҡабул итә. Ул һәр мәктәптең санитар-эпидемиология хәлен иҫәпкә ала.

Әлеге сара балалар араһында респиратор инфекцияның, шулай уҡ яңы коронавирус сиренең күрһәткестәре юғары булыуы сәбәпле күрелә.

https://education.bashkortostan.ru мәғлүмәттәренән.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас