Рух
-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2021, 22:48

БАҪЫУҘАРҘА СӨГӨЛДӨР ЙЫЯЛАР

Район аграрийҙары татлы тамыраҙыҡты сығара башланы.

БАҪЫУҘАРҘА СӨГӨЛДӨР ЙЫЯЛАР
БАҪЫУҘАРҘА СӨГӨЛДӨР ЙЫЯЛАР

 

Беренселәрҙән булып сөгөлдөр баҫыуына «Дружба» ауыл хужалығында (400 гектар) һәм «Ғәбиҙуллин Р.Г.» крәҫтиән-фермер хужалығында (100 гектар) комбайндар төштө.  

Район буйынса барлығы 1537 гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө бар, уны 4 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм 6 крәҫтиән-фермер хужалығы үҫтерә.

Үткән йылда был культура 1141 гектар ергә ултыртылғайны.

Әлбиттә, быйылғы эҫе йәй шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышына кире йоғонто яһамай ҡалманы. Уңдырышлылыҡ үткән йылдар менән сағыыштырғанда күпкә әҙерәк, гектарынан 180 – 250 центнер тирәһе.

Хужалыҡтар һәйбәт һауа торошон файҙаланып, уңышты йыйып ҡалырға тырыша.

 

Район ауыл хужалығы идаралығы мәғлүмәттәренән.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в