Рух
+7 °С
Ясно
Новости
21 Сентября 2021, 09:11

ҺАЙЛАУҘАРҘА ТАУЫШТАР НИСЕК БҮЛЕНДЕ?

19 сентябрь киске 20.00 сәғәттә Дәүләт Думаһына, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау тамамланды. Ауырғазы районы буйынса ике аулы биләмәһенә лә депутаттарға тауыш биреү үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
ҺАЙЛАУҘАРҘА ТАУЫШТАР НИСЕК БҮЛЕНДЕ?ҺАЙЛАУҘАРҘА ТАУЫШТАР НИСЕК БҮЛЕНДЕ?
ҺАЙЛАУҘАРҘА ТАУЫШТАР НИСЕК БҮЛЕНДЕ?

19 сентябрь киске 20.00 сәғәттә Дәүләт Думаһына, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау тамамланды. Ауырғазы районы буйынса ике аулы биләмәһенә лә депутаттарға тауыш биреү үтте.

Ауырғазы районының территориаль комиссияһы һайлауҙарға йомғаҡ яһаны. Исемлектә 26907 кеше булһа, һайлауға килеүселәр 67,13% тәшкил итте.

Яңы һайланған депутаттар халыҡтың ышанысын аҡлаһын ине, халыҡ мәнфәғәтендә хеҙмәт итһен ине.

Район буйынса күрһәткестәргә ҡарағанда, РФ Дәүләт Думаһының һигеҙенсе саҡырылышына партиялар араһында “Берҙәм Рәсәй” - 54,96, Коммунистар партияһы - 27,48 процент тауыш йыйған. Ҡалған партиялар биш проценттан артмаған.

Кандидаттарға килгәндә, Динар Ғилметдинов  53,32 процент менән башҡаларҙан алда килә.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас