+5 °С
Болотло
Талбазыла быйыл тағы бер һайлау участогы асылды, ул Мәҙәниәт һарайында урынлашҡан ине.
Бында ла беренсе көндән үк иң әүҙем килеүселәр өлкән йәштәгеләр булды. Иң беренселәре менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тапшырыу әҙерләү төркөмө осрашты.
Был 979-се һанлы участкаға 2700-ҙән артыҡ һайлаусы беркетелгән, бюллетендар өсөн ике электрон ҡоролма ҡуйылған.
Участкала төрлө партияларҙан күҙәтеүселәр эшләне, полиция хеҙмәткәрҙәре тәртип һаҡланы.