Рух
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2021, 19:05

АУЫЛ ХАЛҠЫ ҺАЙЛАУҒА ЯУАПЛЫ ҠАРАЙ

Кәлсербуран ауылы мәктәбендә урынлашҡан һайлау участогына өс ауыл инә: Кәлсербуран, Яңы Кәлсер һәм Марс ауылы. Бәләкәй генә Марста 36 кеше йәшәй, улар барыһы ла өлкән йәштәгеләр. Уларҙы күсмә һайлау комиссияһы өйҙәренә барып һайлатты.  

Ауыл халҡы тауыш бирергә әүҙем килде. Өс көн дауамында туҡһан проценттан күберәк кеше гражданлыҡ бурысын башҡарҙы. Йәштәр ҙә, өлкән йәштәгеләр ҙә үҙенең битараф булмауын күрһәтте.

Участокта һайлау комиссияһы бөтә гигиена талаптарын үтәне. Полиция хеҙмәткәре тәртип һағында торҙо, күҙәтеүселәр ҙә булды.

Район халҡы Дәүләт Думаһына һәм өҫтәмә һайлауҙарҙа бер мандатлы округ буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар өсөн тауыш бирә. Шулай уҡ ике ауыл биләмәһендә депутаттар һайлана.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в