Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2021, 12:10

17 сентябрь – Һайлауҙың беренсе көнө булды

Иртәнге сәғәт 8-ҙә  районда 49 һайлау участкаһы ишектәрен асты.

17 сентябрь – Һайлауҙың беренсе көнө булды
17 сентябрь – Һайлауҙың беренсе көнө булды

Иртәнге сәғәт 8-ҙә  районда 49 һайлау участкаһы ишектәрен асты.

Ауырғазы районының Территориаль һайлау комиссияһы мәғлүмәтенә ҡарағанда, был участкаларҙа 26907 граждан тауыш бирә аласаҡ. Һайлау барышын һәм тауыштарҙы иҫәпләүҙең законлы һәм ғәҙел булыуын 121 кеше күҙәтә.

Район халҡы Дәүләт Думаһына һәм өҫтәмә һайлауҙарҙа бер мандатлы округ буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар өсөн тауыш бирә. Шулай уҡ ике ауыл биләмәһендә депутаттар һайлана.

Һайлауҙарҙың беренсе көнөндә район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов үҙенең тыуған ауылы Яңы Итекәйҙәге һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: