Ырымбурҙың «Ҡарауанһарай» мәсетендә Асыҡ ишектәр көнө булды. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең премьер-министры Азат Баҙранов тарихи-архитектура комплексында булды.
⠀
Тантаналы сара Крупская исемендәге универсаль фәнни китапхананың конференциялар залында үтте. «Ҡарауанһарай – Ырымбурҙың архитектура ынйыһы: кисә, бөгөн, иртәгә» тип аталған күргәҙмәлә архив документтары ҡуйылған. Уны Ырымбур өлкәһе дәүләт архивы әҙерләгән. Шулай уҡ «Ҡарауанһарай: үткәндән бөгөнгөгә» видеоролигы менән таныштырҙылар.
⠀
Башҡорттарҙың телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауҙа ярҙам итеүҙәре өсөн вице-премьер Ырымбур өлкәһе хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе. поблагодарил руководство Оренбургской области за поддержку башкирского населения в деле сохранения языка и культуры
⠀
Сарала ҡатнашыусылар алдында Ырымбур өлкәһенең башҡорт ижади коллективы сығыш яһаны.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы.