Программала ауыл хужалығы, экология темаларына дискуссиялар, «Ковид осоро киң мәғлүмәт саралары, власть һәм йәмғиәт ҡүҙҙәре менән» темаһына медиасессия, сәнәғәт һәм металлургия мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, ике фестиваль, милли кейем парады һәм йырсы Валерия концерты ҡаралған.
Ҡунаҡтар исемлеге лә күп төрлө: дәүләт власы органдары, бизнес-берләшмәләр, мәҙәниәт, вәкилдәре, эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ инвесторҙар.
Майҙансыҡтарҙың береһе туризмға бағышлана. Республиканың тәбиғәте күп төрлө һәм кешене йәлеп итә, бер тапҡыр уны күргән кеше мотлаҡ кире килә: Асылыкүл, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Стәрлетамаҡ шихандары, Мораҙым тарлауығы, Нөгөш һыуһаҡлағысы һәм, әлбиттә, данлыҡлы Сибай карьеры. Һәм былар Урал төбәгенең бәләкәй бер өлөшө генә.
«Рюкзак артмаҡлап» тип аталған майҙансыҡты барыһы ла күрергә тейеш. Был бигерәк тә турфирмалар әҙерләгән ғәҙәттәге туристик юлламаларҙан арығандар өсөн шәп.
Проекттың маҡсаты – блогерҙарҙы, лидерҙарҙы һәм социаль селтәр мөмкинлектәрен йәлеп итеп, Рәсәй һәм донъя буйынса әүҙем туризмды үҫтереү. Сараны үткәреүҙең өс форматы бар: блогерҙар менән даими походтар ойоштороу, конференциялар, Мәскәүҙә үткән федераль фестиваль.
Майҙансыҡты ойоштороусы инициатива төркөмө төбәктең туристик брендын оптималләштереү мөмкинлеге булыуы һәм был эшкә блогерҙарҙы, социаль селтәрҙәрҙе, мәғлүмәт ресурстарын йәлеп итеү тураһында һөйләйәсәк.
Билдәле блогер, республиканың амбассадоры Рәис Ғәбитов Урал аръяғында ғына түгел, унан ситтә лә билдәле. Ул Башҡортостанға ылыҡтырыусы өс төп сәбәпте билдәләй.
- Башҡортостанда туризмдың өс төп өҫтөнлөгө бар. Беренсеһе - ул Евразия йөрәге булып, самолетта Мәскәүҙән осоу ике сәғәтлек юл ғына. Икенсеһе - бер үк ваҡытта бер нисә туризм төрө бар, һал менән йылға буйлап төшөргә, йәмле Урал тауҙарына күтәрелергә, шифаханала һаулыҡ нығытырға һәм аттарҙа йәки тау саңғыһында йөрөргә мәмкин. Һәм өсөнсөһө – был башҡорт халҡының киң күңеллелеге һәм ҡунаҡсыллығы. Бында мотлаҡ легендар башҡорт балы һәм ҡымыҙ менән һыйлаясаҡтар, - ти блогер.
Сығанаҡ: https://investrb.ru