Рух
+20 °С
Дождь
Новости
8 Сентября 2021, 06:33

ТАЛБАЗЫНЫҢ ТАҒЫ БЕР УРАМЫНДА АСФАЛЬТ БУЛАСАҠ

ҠОЯШЛЫ УРАМЫНДА ЙӘШӘҮСЕЛӘР УРАМДА АСФАЛЬТ БУЛЫУЫН КҮПТӘН КӨТӘ

ТАЛБАЗЫНЫҢ ТАҒЫ БЕР УРАМЫНДА АСФАЛЬТ БУЛАСАҠТАЛБАЗЫНЫҢ ТАҒЫ БЕР УРАМЫНДА АСФАЛЬТ БУЛАСАҠ
ТАЛБАЗЫНЫҢ ТАҒЫ БЕР УРАМЫНДА АСФАЛЬТ БУЛАСАҠ

Бөгөн был урам шау-гөр килеп тора, асфальт түшәүҙә ҡатнашыусы техника геүләп эшләй, юл төҙөүселәр эштәре менән мәшғүл. Тик Ҡояшлыла йәшәүселәр был мәшәҡәткә шат ҡына. Сөнки улар ҡом-таш түшәлгән юлдың асфальт өҫлөклө булыуын күптән көтә.

Ауырғазы юл төҙөү-ремонтлау идараһы эшселәре тиҙҙән Ҡояшлы урамында йәшәүселәрҙе тигеҙ асфальтлы урам эшләп шатландырасаҡ.

 

Ауырғазы район хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, был эш республика һәм райондың юл фонды сараларын ҡулланып башҡарыла. Был эштәр өсөн 8 миллион һумдан артығыраҡ аҡса сарыф ителәсәк.

Ҡояшлы урамында эш тамамланғас, ойошма Төньяҡ микрорайондың Сабитов-Логачев-Вәлитов урамы сатында асфальт түшәй башлаясаҡ.

 

Ауырғазы районы хакимиәте сайты мәғлүмәте буйынса әҙерләнде

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас