-3 °С
Ҡар
Ул 10 сентябрҙә үтәсәк. Лаборатория эшендә республиканың райондарынан һәм Рәсәй төбәктәренән вәкилдәр ҡатнашасаҡ.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәлиуллин, оҫтабикә һәм тәбиғи туғымаларҙан башҡорт этнокейеме оҫтаханаһы етәксеһе Алһыу Кинйәбаева, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, оҫтабикә Сәрүәр Аслаева; «Тамға - 2020» конкурсының жюри ағзалары спикерҙар ролендә сығыш яһаясаҡ.
Был ижади сара «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли костюмын тегеүсе оҫталар конкурсына әҙерлек сиктәрендә ойошторола.
Ул 11:00 сәғәттә Милли музейҙа башлана.
Сығанаҡ: https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/392008/