Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2021, 11:40

Өфөнөң Совет майҙанында төҫлө-музыкаль фонтан эшләй башланы

1 сентябрҙә Өфөлә Совет майҙанындағы төҫлө-музыкаль фонтан асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Өфөнөң Совет майҙанында төҫлө-музыкаль фонтан эшләй башланы
Өфөнөң Совет майҙанында төҫлө-музыкаль фонтан эшләй башланы

Был объект Совет майҙанын комплекслы төҙөкләндереү проекты сиктәрендә урынлаштырылды. Ә майҙандың төп архитектура биҙәлеше булып Рәсәй Геройы,  генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл буласаҡ.

***

Совет майҙанында реконструкция эштәре 2020 йылдың йәйендә башланғайны. Төҙөңселәр территорияны алты метрға киңәйтте. Бында үҫкән 30 ҡарт йүкәләрҙе һаҡлап ҡалдылар, улар урынына тора-бара йәш үҫентеләр ултыртыласаҡ.

Проект сиктәрендә Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты янында һәм Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе алдында сквер булдырылды һәм Совет урамында ремонт эшләнде.

***

Радий Хәбиров майҙанда бөтә төҙөкләндереү эштәре тамамланғас, был урындың башҡалала йәшәүселәрҙе йәлеп итәсәген һәм мөһим туристик объектҡа әйләнәсәген билдәләне.

– Беҙ Совет майҙанын реконструкциялауҙың беренсе этабын тамамлайбыҙ. Яңы фонтан ҡатмарлы техник ҡоролма булды һәм ул бөтә яҡлап та сағыу объект, – тине Радий Фәрит улы. – Киләһе йылда арка ансамбле күтәрәбеҙ һәм легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл урынлаштырасаҡбыҙ.

 

Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: