Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Август 2021, 17:35

РФ ФӘН ҺӘМ ЮҒАРЫ БЕЛЕМ БИРЕҮ МИНИСТРЫ УРЫНБАҪАРЫ WORLDSKILLS ЧЕМПИОНАТЫН ЙЫЛ ҺАЙЫН ӨФӨЛӘ ҮТКӘРЕҮҘЕ ХУПЛАНЫ

РФ ФӘН ҺӘМ ЮҒАРЫ БЕЛЕМ БИРЕҮ МИНИСТРЫ УРЫНБАҪАРЫ АЙРАТ ҒӘТИӘТОВ  БАШҠОРТОСТАН БАШЛЫҒЫ  РАДИЙ ХӘБИРОВТЫҢ  WORLDSKILLS ЧЕМПИОНАТЫН ЙЫЛ ҺАЙЫН ӨФӨЛӘ ҮТКӘРЕРГӘ ТИГӘН ТӘҠДИМЕН ЫҢҒАЙ ҠАБУЛ ИТТЕ, ТИП ХӘБӘР ИТТЕ «БАШИНФОРМ» МӘҒЛҮМӘТ АГЕНТЛЫҒЫ.  

РФ ФӘН ҺӘМ ЮҒАРЫ БЕЛЕМ БИРЕҮ МИНИСТРЫ УРЫНБАҪАРЫ WORLDSKILLS ЧЕМПИОНАТЫН ЙЫЛ ҺАЙЫН ӨФӨЛӘ ҮТКӘРЕҮҘЕ ХУПЛАНЫ
РФ ФӘН ҺӘМ ЮҒАРЫ БЕЛЕМ БИРЕҮ МИНИСТРЫ УРЫНБАҪАРЫ WORLDSKILLS ЧЕМПИОНАТЫН ЙЫЛ ҺАЙЫН ӨФӨЛӘ ҮТКӘРЕҮҘЕ ХУПЛАНЫ

«Мин Радий Фәрит улының был тәҡдимен хуплайым.  WorldSkills чемпионаттары өсөн бер ерҙә теркәлеү кәрәк. Беҙ Өфөнөң был сараны үткәреү кимәленең юғары булыуын күрәбеҙ», — тине министр урынбаҫары.

Ул «Йәш профессионалдар паркы»нда ла булды, ойоштороусыларҙың эшен яҡшы баһаланы.

Шулай уҡ Айрат Ғәтиәтов «Ворлдскиллс» хәрәкәте башланған мәлде иҫенә төшөрҙө, ул ваҡытта был эштең барып сығыуына ышаныусылар бик әҙ була, ә бөгөн иһә иң эре компаниялар чемпионаттың бағыусыһы булырға тырыша.

«Ворлдскиллс – ул бик ҡыҙыҡлы, ғәжәп бер донъя. Бында үҙемдең күптәнге таныштарымды ла осраттым. Мәҫәлән, Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығының генераль директоры Роберт Уразов үҙенең энтузиазмы менән һәр кешене ҡыҙыҡһындыра белә. Вадим Поляков та һөнәр үҙләштереп, WorldSkills чемпионаттарында ҡатнаша башлай, һөҙөмтәлә ул үҙенең компетенцияһында ил буйынса иң яҡшыһы, хәҙер ул яңы чемпиондар әҙерләй», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Айрат Ғәтиәтов.

Шулай уҡ ул үткән йылдарға ҡарағанда ҡатнашыусылар өсөн мәсьәләләрҙең ҡатмарланыуын, технологиялар үҫеше менән күп компетенцияларҙың үҙгәреүен билдәләне.

Уның фекеренсә, йәш профессионалдар алдына ҡуйылған мәсьәләләр үтәй алырлыҡ һәм ысынбарлыҡта ҡуллана алырлыҡ булыуы мөһим.

 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалдары буйынса.

Фото: «Башинформ»

РЕКЛАМА

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в